Өфөнөң Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында белем алыусы ете студент ағыуланған. Үҫмерҙәр учреждениела урынлашҡан ашханала ашап сыҡҡандан һуң үҙҙәрен насар тоя. Әле тикшереү эштәре бара. Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттарына хәҙер эргә-тирәлә урынлашҡан ашханала йә иһә дөйөм ятаҡҡа ҡайтып ашарға тура килә.
Учреждениелағы ашхана ваҡытлыса эшләмәй, сәбәбе-ете кешенең, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙың ағыуланыуы. Студенттар ашханала ҡапҡылап алып үҙҙәрен насар тойғас, инфекцион клиник дауаханаға алып китәләр. Быға тиклем бер кем дә бешерелгән аҙыҡҡа ризаһыҙлығын белгертмәне һәм әлбиттә ағыуланыу осраҡтары булманы, ти колледж хеҙмәткәрҙәре. Студенттар ағыуланып дауаханаға эләккән көндә, уларҙың төркөмдәштәре лә бергә ошо уҡ ашханала ашаны, шуға ла үҫмерҙәрҙең башҡа ерҙә ашап ағыуланыу мөмкинлеген иҫәптә тоторға кәрәк, тип һанай хеҙмәткәрҙәр. Әммә зыян күреүсе студенттарҙың төркөмдәштәре әле практикала, шуға ла улар менән әңгәмәләшеп булманы.
Ә бына башҡа курс студенттары ашхана буйынса үҙ фекерҙәрен әйтә алды. Зыян күреүсе үҫмерҙәр дауаханала. Улар әле кәрәкле дауа ала. Роспотребнадзор идаралығына был хәл таныш, әле кимәлдә тикшереү эштәре бара. Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, лаборатор эштәр алты-ете көндән әҙер буласаҡ. Санитар нормалар боҙолған осраҡта, был мәсьәләне суд тикшерәсәк.