Башҡортостанда банк хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветеранын үлгән тип иҫәпләп, йыйған аҡсаһынан мәхрүм иткәндәр. Финанс ойошмаһында пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән некрологты гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тип хәбәр иткәндәр. Ошонан һуң иҫәптән 300 меңгә яҡын аҡса юғалған. Хеҙмәт ветеранының күкрәгендә – миҙал. Һуғыш башланғанда Виктор Трофимовҡа ни бары 12 генә йәш була. Бала килеш өлкәндәргә ярҙам итеү теләге менән ул колхозға эшкә сыға. Оло йөрәкле ветеран әле лә яҡындарына ярҙам булһын тип аҡса йыйған. Тик иҫәбендәге 300 мең ҡайҙалыр юғалған. Алты йыл элек ветеран үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон һатҡан.
Ғүмер буйы иҡтисад уҡытыусыһы булып эшләгән Виктор Алексеевич, банкта һаҡлауы отошлораҡ икәнде аңлап, юл аша ғына урынлашҡан “Рәсәй капиталы” ойошмаһына аҡсаһын алып барып тапшыра. 90 йәшлек ветеран иҫәбендә аҡса барлығына шикләнә башлаған. Банкка барһа, уны тереләй үлтергәндәре асыҡлана. Банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән кешенең некрологын гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тигәндәр. Был хәбәрҙән Виктор Трофимов шаҡ ҡата.Белореттағы банк бүлексәһе ябылған. Шуға инсульт һәм бер-нисә ҡатмарлы операция кисергән ветеранға Силәбеләге төп офисҡа йөрөргә тура килә. Йыл дауамындағы ике тиҫтәгә яҡын ултырыштар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Ҡайғырыуҙарҙан Виктор Алексеевич йәнә дауаханаға эләгә. Банк аҡсаны Виктор Трофимов үҙе алған тигән фекерҙә. Ҡыҙыу линияға шылтыратһам, етәксе исеменә йәнә хат яҙырға ғына тәҡдим итәләр, ти ветеран.
Ярҙам һорап хеҙмәт ветераны Силәбе өлкәһе буйынса Дәүләт Думаһы депутатына мөрәжәғәт иткән. Хәҙер был эшкә урындағы адвокат тотонасаҡ. Аҡсалар хаталы рәүештә Виктор Трофимовтың аҙашының туғандарына күсерелеүе ихтимал, ти юрист документтар менән танышҡандан һуң. Юрист банктың етәкселеге менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшергә ниәтләй. Әгәр ҙә уртаҡ фекергә килмәһәк, суд аша пенсионерҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡмын, ти ул. Ветеран да ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙырға ниәтләй.