Башҡортостанда әле күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы. Ишле ғаилә тип дәлилләгән документ республикала беренсе йыл ҡулланыла башланы. Был танытма ярҙамында ғаиләләр байтаҡ ойошмаларҙа төрлө ташламаларға дәғүә итә ала. Күп балалы ғаилә танытмаһын алыу өсөн бөтә ғаилә ағзаларының документтары талап ителә. Республикала 46 мең ишле ғаилә иҫәпләнә һәм уларҙың һәр береһе ошо танытмаға дәғүә итә. Документты бер йылдан һуң яңыртырға кәрәк. Әле республикала 600-ҙан ашыу күп балалы ғаилә танытмаһы тапшырылған. Байтаҡ ойошмалар ишле ғаиләләр өсөн ташлама тәҡдим итә. Был танытманы Башҡортостан сиктәрендә генә түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡулланырға мөмкин.
Күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы
Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы