Республикала халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы киң билдәләнде. Тантаналарҙа ҡатнашыу, Мостафа Сафа улын хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән Өфөгә абруйлы ҡунаҡтар килде. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналаған сараларҙа ҡатнашыусылар яҙыусының тыуған ауылы – Келәш ауылына йыйылды. Күренекле яҙыусының исемен йөрөткән ҡойо һыуынан ауыҙ итте. Һәр ваҡыттағыса, йола буйынса, Мостай Кәрим аллеяһына ағастар ултыртылды. Бер-нисә йылдан Келәш мәктәбе алдын уттай ҡыҙыл миләш емеше биҙәйәсәк. Халыҡ шағиры, күренекле яҙыусының ижадын һөйөүселәр Рәсәйҙең, республиканың төрлө төбәктәренән, күрше райондарҙан да йыйылғайны. Мостафа Сафа улын яҡындан күреп-белеп, уның менән күҙмә-күҙ осрашып йәшәгән өлкән быуын кешеләре ауылдаштары менән ғорурланыуҙарын йәшермәй.Мостафа Сафа улының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә Шишмә районы Кләш ауылында өр-яңы мәҙәниәт йорто ла асылды.Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында республика етәкселеге ҡатнашты.
Ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған яҡташтарға һәйкәл дә асылды. Келәш халҡын республика етәксеһе исеменән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне.Был ҙур сараға Келәш халҡы, фольклор коллективтары, йырсы-бейеүселәр, ҡурайсылар ике йыл элек үк әҙерләнә башлаған.Мәҙәниәт йорто эсендә асылған китапханаға Мостай Кәрим фонды исеменән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.Ауыл китапханаһын заман талаптарына яуап биргән яңы техника менән йыһазландырыу көндәлек эште лә күпкә еңеләйтәсәк.Мостай Кәримдең ижадын яратҡан һәр кем, донъяның ниндәй ҡитдғаһында йәшәүенә ҡарамаҫтан, ошо экран аша уның ауылдаштары һәм яҡташтары менән туранан – тура бәйләнешкә сыға ала. Келәш ауылы китапханаһы хәҙер Мостай илендә осрашыу нөктәһе.