Бөгөн Сочи ҡалаһында Рәсәй һәм Белоруссияның икенсе төбәк-ара форумы эш башлай. Ултырыштарҙа ике ил араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары тикшереләсәк.
Америкала Ислам дәүләте террор ойошмаһы һуғышсыларын әҙерләүҙә Ҡушма Штаттар роленә бәйле мәҡәләләр донъя күргән. Әммә ил етәкселәре был белдереүҙәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә ашыҡмай. Ҡайһы бер сәйәсәмәндәр Афғанстанда СССР менән көрәшеү өсөн Әль Ҡәида ойошмаһын төҙөгән Америка әле булһа аҡылға ултырмаған тип тә белдерә.
Хорватияға 6 мең ярым ҡасаҡ үтеп ингән. Сик буйында хәл бик ҡатмарлы тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары. Махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәрен мигранттар тапап тигәндәй үтеп киткән.