Бөгөн төндә Мысырҙан Өфөгә бер йәшлек малайҙы алып ҡайттылар

Тулыраҡ: Бөгөн төндә Мысырҙан Өфөгә бер йәшлек малайҙы алып ҡайттылар

Сабый ауыр хәлдә. Өфө районынан ғаилә сит илгә ял итергә бара. Табиптар фаразлауынса, малай ағыуланған. Мысырҙағы табиптар кәрәкле ярҙам күрһәтә алмаған.Баланың медицина страховкаһы ла була. Ләкин, ауыр хәлдә ҡалған ғаилә мөрәжәғәт иткән клиника сабыйға ярҙам итә алмай. Төндә баланың аяҡтары ойой башлағас, ата-әсәһе шомланып Рәсәй илселегенә мөрәжәғәт итә. Ә ғаиләнең туғандары республиканың бала хоҡуҡтарын яҡлау вәкиллегенән ярҙам һорай.