Йоматау шифаханаһына яңы һулыш бирергә, медицина тармағы белгестәрен дәртләндереү сараларын дауам итергә, ә сираттарға юл ҡуйған етәкселәр менән хушлашырға. “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмә был юлы Өфө районында үтте. Сәфәр барышында Радий Хәбиров бер нисә предприятие эше менән дә танышты. “Сәләмәтлек сәғәте”н был юлы белгестәрҙе тәбрикләү тантанаһы асып ебәрҙе. Аҡ халатлыларҙың бер нисәүһенә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса 1 миллион һәм 500 мең һумға сертификаттар тапшырылды. Радий Хәбиров был проекттар менән бер рәттән тар профилле белгестәргә эшкә ҡайтырға ярҙам итеү сараларын да камиллаштырасаҡбыҙ тине.Айырым йүнәлеш буйынса белгестәргә ҡытлыҡ ҡайһыбер райондарҙа айырыуса киҫкен. Миҫал булараҡ Балаҡатай районы аталды.
Табиптар булмау сәбәпле, кешеләр Өфөгә йә күрше төбәктәргә йөрөргә мәжбүр. Белгестәр булып та таңғы 5-тән сират теҙелергә мәжбүр Салауат ҡалаһы халҡын яҡлап Радий Хәбиров эште дөрөҫ ойоштора алмаған етәкселәргә ҡаты киҫәтеү яһаны.Яман шеште дауалау өсөн миллиондар сарыф иткәнсе сирҙе ваҡытында асыҡлау яҡшы. Радий Хәбиров онкологияны башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарҙың бер нисәүһенә 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Был программа федераль кимәлдә бик яҡшы баһаланды, башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына, тине төбәк етәксеһе.Күсмә кәңәшмәнең Йоматауҙа үтеүе осраҡлы түгел. Быйыл 85 йәшен билдәләгән шифахана яңырыу талап итә. Һуңғы йылдарҙа иғтибар булмаған. Яңы төҙөлөштө бында аҙаҡҡы тапҡыр 17 йыл элек күргәндәр.Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында Республика Башлығы Өфөләге Затон йылылыҡ-электр станцияһы эше менән дә танышты. Ул 2008 йылда төҙөлә башлағайны, уҙған йылдың мартында файҙаланыуға тапшырылды. Был объект Өфөлә электр энергияһына ҡытлыҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итте.
Өҫтәүенә тағы ла 3 миллион квадрат метр торлаҡты йылы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар. Радий Хәбиров станцияның диспетчер бүлмәһен дә ҡараны, ундағы автоматлаштырылған система менән танышты. "Өфөмебель" компанияһында етештерелгән йорт һәм офис өсөн мебель, мәктәп өҫтәл һәм ултырғыстарҙы үҙебеҙҙең белем усаҡтары, дәүләт учреждениелары өсөн һатып алыу тураһында һүҙ барҙы. Михайловка ауылында шулай уҡ тиҙҙән балалар туҡланыу комбинаты асыла. Радий Хәбиров объекттың әҙерлеге менән танышты.Өфө районында әле мәктәп һәм балалар баҡсаларын йылы аш менән тәьмин итеү буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла. Киләһе йыл үҙ ишектәрен асасаҡ яңы цех 66 белем усағын тулыһынса тәьмин итер тип көтөлә.