21-се быуаттың мәғариф даирәһендә ислам тәғлимәттәре һәм ҡиммәтәре

Тулыраҡ: 21-се быуаттың мәғариф даирәһендә ислам тәғлимәттәре һәм ҡиммәтәре

Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса дәүләт комиссияһы, мәғариф учреждениелары һәм дин әһелдәре Өфөлә йәмғиәттең мөһим мәсьәләләре тураһында фекер алыша. Евразия гуманитар форумының сираттағы дүртенсе ултырышының көн тәртибендә мәғрифәтселек, мағариф һәм белем биреү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡарала. Форум сиктәрендә бер юлы бер нисә ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Рәсәй ислам университетын тамамлаған 170 шәкерткә дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. “21-се быуаттың мәғариф даирәһендә ислам тәғлимәттәре һәм ҡиммәтәре”нә ҡағылған 12-се халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Евразия гуманитар форумының төп маҡсаты – хәҙерге ваҡытта заман үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып гуманитар белем биреүҙең әһәмиәтен күрһәтеү.