Ил энергетикаһы киләсәге Өфөлә хәл ителә

Тулыраҡ: Ил энергетикаһы киләсәге Өфөлә хәл ителә

Донъяның тиҫтәгә яҡын иле, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан белгестәре Өфөлә энергетика үҫеше йүнәлештәрен билдәләй. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Рәсәй энергетика форумы бара. Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған юбилей күргәҙмәһендә һигеҙ илдән меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Экспозицияларын тәҡдим иткән 130 предприятие араһында тәжрибәлеләр ҙә, яңылары ла бар. Был мәртәбәле сара уңайынан улар файҙалы осрашыуҙар һәм эшлекле килешеүҙәргә өмөт бағлай. Ғәҙәти энергетика, бөгөнгө талаптар һәм тармаҡтың киләсәк бурыстары форумдың эшлекле өлөшөндә билдәләнде.

Тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса белгестәр һәм эксперттар федераль, төбәк, муниципаль дәүләт власть органдары вәкилдәре менән бергә фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы энергетиканы файҙалы ҡулланыу һөҙөмтәләре, цифрлаштырыу йоғонтоһо, ҡулланыусы менән эште яйға һалыу мәсьәләләре менән бер рәттән тармаҡты фәнни яҡтан нығытыу юлдары һәм кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы ла ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы ике йүнәлештә юғары белем биреү йорттарының өлөшө ҙур. Аграр университеттың электр энергетикаһы һәм электр техникаһы бүлеге белгестәре тармаҡ өсөн яңы ҡоролма өлгөләрен тәҡдим итә. Германия ғалимдары иһә Рәсәй төбәктәрен энергетиканың алмаш сығанаҡтарын үҙләштереү мөмкинлеген киңәйтеү майҙаны булараҡ баһалай.

Белгестәр һөнәрмәндәр аралашҡан майҙанға йәш быуынды ла йәлеп итергә ниәтләй. Энергия сығанаҡтарын һәм уны һаҡсыл тотоноу сараларын танытыуҙы мәктәп кимәленән башлар проекттар бар. Форумда ҡатнашыусылар бөгөн ҡояш энергетикаһын үҫтереү тураһында фекер алыша. Кәңәшмә сиктәрендә Өфөлә үҙенсәлекле проектты бойомға ашырыу күҙ уңында тотола. Ул башҡала мәктәптәренең береһенең ҡыйығында уҡыу ҡояш станцияһын урынлаштырыуҙан ғибәрәт.