Глобалләшеү шарттарында башҡорт теле

Тулыраҡ: Глобалләшеү шарттарында башҡорт теле

Заман шарттарында башҡорт телен үҫтереү. Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм мөмкинлектәр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Кәңәшмә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантының ярҙамында уҙғарыла. Сараның маҡсаты – башҡорт телен, шулай уҡ глобалләшеү дәүерендә Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса заманса йүнәлештәрҙе һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙе, туған һәм дәүләт телдәренә өйрәтеү мәсьәләләрен, фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен ҡулланыу тәжрибәһен, милли телдәрҙең электрон базаларын әҙерләүҙең көнүҙәк проблемаларын өйрәнеү.

Конференцияла Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Ижевск, Һамар, Ырымбур, Якутск ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан кеүек яҡын сит илдәрҙән академик учреждениеларҙың тел белгестәре, филологтар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ҡатнаша. Һәр милләт вәкиле телде үҫтереү йәһәтенән үҙ тәжрибәләре менән бүлеште. Халыҡ-ара конференция 25-се октябргә тиклем дауам итә.