“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта номинациялыранда ҡатнашып иң күп тауыш йыйыусылар бүләкләнде. Был конкурс ниндәй хис-тойғолар ҡалдырҙы? Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы йомғаҡтарын ҡатнашыусылар ғына түгел, ә башҡа райондар халҡы ла түҙемһеҙләнеп көткәйне. Ниһайәт, Рәсәй-Башҡортостан телеканалында барған “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында “Күркәм ауыл”, “Өлгөлө ғаилә” һәм “Алтын ҡуллы оҫта” номинацияһына дәғүә итеп, беренсе урынға сығыусылар билдәләнде. Ауылдың алдынғы кешеләрен күрһәтеү һәм әлбиттә тыуған төбәктең тарихын, билдәле урындарын һөйләп ни өсөн алтынға тиңләгәндәрен иҫбатлау-конкурстың төп шарттары ине. Ярышта алты бәйгесенең өсәүһе егерме мең тирәһе тауыш йыйҙы.
Иң әүҙемдәр исемлегендә Тәтешле районы Шулған ауылы ла бар. Ул 19780 тауыш йыйған. Конкурстың бағыусылары “Агроспец прогресс Өфө” йәмғиәте вәкиле Яков Алсынов һәм РТРС-тың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Наталья Колупаева конкурста ҡатнашыусыларға махсус бүләктәрен тапшырҙы. “Алтын бишек” акцияһы бер юлы өс номинацияны үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле. Өлгөлө ғаилә исеменә лә дәғүә итеүселәр күп. Һәр береһе үҙҙәренең шөғөлдәрен һөйләне, балаларының уңыштары менән бүлеште. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында донъя көтөүсе Ғәлиә һәм Сәлих Насыровтар иң күп тауыш йыйыусы булып танылды.
“Өлгөлө ғаилә” номинациһяныда тап Насыровтар ғаиләһе лайыҡ тип һигеҙ мең ярым кеше тауыш биргән. Биш балаға ғүмер бүләк итеүсе ғаилә лә махсус бүләк-телевизорлы булды.Артабан студияны “Алтын ҡуллы оҫта” номинацияһында көс һынашып, беренсе урынға лайыҡ булыусы ҡунаҡ биҙәне. Йәнә Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында буҙа эшләүҙең борондан килгән серҙәрен һаҡлаусы Гөлйөҙөм Сафинаға һигеҙ мең кеше тауыш биргән. Әлбиттә, оҫта ҡулдар араһында ярышып, алдынғы урынға лайыҡ булыу еңелдән түгел ине, ти ханым. Ҡулдарына телевизор алып ҡыуаныусы ҡунаҡтар үҙҙәренең шатлыҡтарын һис йәшермәй ине. Хәҙер улар юғары сифатта беҙҙең телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ. Ә бына “Алтын бишек” акцияһының төп призы- трактор ниндәй районға эләгер ине тигән һорау күптәрҙе борсой ине.
Беҙҙең телекомпанияның сәхифәһендә тауыш һаны ла көндән көн үҙгәрә барҙы. Һөҙөмтәлә 27 меңдән ашыу тауыш йыйып Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы төп призға лайыҡ булды. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника хәҙер ауыл халҡына ҙур ярҙамсы булыр тигән өмөт уята. Конкурстың бағыусылары ла бәйгенең ҡыҙыу барғанын билдәләй. “АгроспецПрогресс Өфө” йәмғиәте вәкиле еңеүселәр менән аралашты, уларға уңыштар теләне. Бүләктәр тапшырылғас, беҙҙең телекомпанияның медиа үҙәгендә еңеүселәр менән матбуғат осрашыуы үтте. Улар килгән ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, хис-тойғолары менән уртаҡлашты. Башҡортостандың һәр ауылы үҙенсәлекле. Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы быны йәнә иҫбатланы, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Конкурс башында күркәм ауыл исеменә лайыҡ булған, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталар йәшәгән ауылды ла һайлауы еңелдән булманы. Бер ауылдың ғына утыҙ меңгә яҡын тауыш йыйыуы-халыҡтың берҙәмлеген дәлилләй. Ауылда йәшәүселәрҙең әүҙем булыуы бигерәк тә ҡыуандыра. Шуға ла киләһе йылдарҙа ла “Алтын бишек” акцияһы йәнә иғлан ителер тигән өмөт бар.