Хөкүмәттә төп финанс документ проекты тәҡдим ителде. Ҡаҙнаның тотороҡлоғон тәьмин итеү маҡсатында алдағы 5 йылда сәнәғәт етештереүсәнлеген һәм ситән йәлеп ителгән инвестициялар күләмен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Төбәк бюджетын ҡабул иткәндә Рәсәй Президентының май указдары һәм Радий Хәбировтың сентябрь ҡарарҙары иҫәпкә алынған. Мәҫәлән 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 700 социаль объект төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Тәүбурыстар исемлегендә төрлө программалар буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы тулыһынса һәм һөҙөмтәле итеп файҙаланыу.
Киләһе йылға республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала
Тулыраҡ: Киләһе йылға республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала