Башҡортостанда быйыл ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителде. Республика парламенты ҡабул иткән үҙгәрештәр быйылдан ғәмәлдә. Тимәк 2 декабргә тиклем түләнергә тейешле мөлкәт һалымында ул иҫәпкә алынасаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында демографик сәйәсәткә ҡағылыштлы тағы бер законды ҡараны, ул 600 мең һумлыҡ ярҙам алыусылар исемлеген киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Ғөмүмән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының кәңәшмәләре һәр саҡтағыса эшлекле шарттарҙа үтә.Өс тиҫтәнән ашыу хоҡуҡи документ һәм республиканың вәкәләтле органдарына яңы етәкселәр тәғәйенләү. Башҡортостан парламенты депутаттарының сираттағы ултырышында ҡаралып, үҙ көсөнә ингән закон проекттары менән бергә бөгөндән эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса яңы вәкил үҙ бурысын башҡарасаҡ. Теге йәки был документ буйынса фекер алышыуҙар менән бер рәттән, алдағы бер-нисә йылды күҙаллап ҡабул ителгән закондар ҙа айырым иғтибарҙа.
Башҡортостандың социаль тормошондағы яңы үҙгәрештәр тәү сиратта күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Хәҙер уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Үҙгәрештәр нимәгә бәйле һуң. Бөгөндән ошондай исемлеккә балалары 23 йәшенә еткән ата- әсәләр ҙә индерелә. Тимәк, республикала 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам алыусылар һаны ла күбәйәсәк, ти депутат Римма Үтәшева. Социаль ҡануниәт менән бергә Башҡортостандың урман кодексы ла яңыра. Мәҫәлән, йорт төҙөүгә ағас алыу, өй-ҡураларҙы яңыртыу өсөн сеймал бүлеү тәртибендә яңы пункттар буласаҡ. Депутат Әлфәрис Байсурин аңлатмаһында ҡағиҙәләрҙең кемгә ҡағылышлы булыуын төшөнөргә мөмкин. Тик ыңғай үҙгәрештәр менән кире күренештәрҙе лә иҫтән сығарырға ярамай. Мәҫәлән, ауыл ерендә йүнселелк менән шөғөлләнгәндәр ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ тигән төшөнсә менән яҡшы таныш. Башҡортостандың яңы бизнес-омбудсмены Флүр Әсәҙуллин, әйткәндәй, уны ошо вазифаға тәғәйенләү өсөн 106 депутат тауыш биргәйне, мәсьәләнең үтә лә ҡатмарлы тороуон билдәләй.
Парламент депуттары тағы ла бер ведомство – суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығын эш сифатын камиллаштырыуға саҡыра. Уның сәбәбе лә юҡ түгел. Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙән асыҡланыуынса, приставтарҙың теге йәки был мәсьәләгә илтифат итмәй осраҡтары йышайған. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутатары Федераль йыйылыштың Түбәнге палатаһы – Дәүләт думаһына йәнә лә бер мөрәжәғәт әҙерләй. Башҡортостандың закондар сығарыу буйынса төп органы вәкилдәре “түләүһеҙ хоҡуҡи ярҙам” тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индереү кәрәк, тигән фекерҙә. Уға ярашлы, хәҙер төбәктәр ошондай хеҙмәт күрһәтеүҙә айырым өҫтәмәләргә эйә булырға тейеш.