Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы индерелеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына икенсе уҡыуҙа ошо туралағы төҙәтмәләр ҡабул итте. Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай, тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялай. Закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел. Әлегә тиклем ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмағайны.
36 сәғәтлек эш аҙнаһы
Тулыраҡ: 36 сәғәтлек эш аҙнаһы