Башҡортостанда ҡарабойҙай ярмаһына хаҡтар артты

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡарабойҙай ярмаһына хаҡтар артты

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Ойошма рәйесе Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, ҡарабойҙай әлегә яҡынса 15 процентҡа ҡыйбатланған. Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, яңыраҡ уны 46 һумдан ала башлаған. Шуға ҡарамаҫтан республиканың сауҙа селтәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ.