Апартаменттарға йылы бирегеҙ

Тулыраҡ: Апартаменттарға йылы бирегеҙ

Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге яңы апартаменттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙа һыуыҡ булыуға зарлана. Күп һанлы мөрөжәғәттәр инҡар ителә. Быйыл беренсе класҡа төшкән Агния бындай һалҡын фатирҙа йәшәрмен тип, һис тә уйламай. Дәрес эшләгәндә лә йылы өҫ кейеме кейергә тура килә. Ольга Саламасова 1 йыл элек фатир һатып ала һәм йыл дауамында байтаҡ ҡатмарлыҡтарға юлыға. Көҙгө һалҡындар башланыу менән фатирҙы сәғәттәр буйына электр менән йылытырға тура килә. 5 ҡатлы йортта 92 фатир. Иркен коридорҙар, заманса төҙөлгән йорт. Ҡыҫҡаһы, апартаменттар. Фатирҙар һатып алғанда төҙөүсе уңайлы шарттар тәҡдим итә. Әммә күсенеү менән михнәттәр башлана. Беренсе айҙа уҡ түләү квитанцияһы юғары хаҡ менән килгән һәм йортта йәшәүселәргә идарасы компаниянан баш тартырға тура килә. Йортҡа йылы бирелмәһә лә, уның өсөн түләүҙәр арта бара.

Әле бурыс 360 мең һумдан ашып киткән. Төҙөлөш компанияһы фатирҙарҙы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса һата, йорт йәшәү өсөн тәғәйен булмаған, шуға күрә лә халыҡ фатирҙарҙа түгел, ә апартаменттарҙа йәшәй. Йылы биреү пункты һәм коридорҙар төҙөүсе компания милкендә. Баш РТС компанияһы йортҡа йылы бирергә әҙер, әммә законға ярашлы. Йортта йәшәүселәр иһә төҙөүсе тәҡдим иткән идарасы компанияға шикләнеп ҡарай. Әммә Баш ТРС менән килешеү төҙөү мөмкин түгел-йорт бөтә документтар буйынса торлаҡ өсөн тәғәйен түгел, тип иҫәпләнә. Тикшереү эштәре дауам итә, ә һалҡындар көттөрмәй. Апартамент хужаларының идарасы компания һәм йылылыҡ системаһы вәкилдәре менән сираттағы йыйылышында йортҡа тиҙ арала йылы биреү мәсъәләһе ҡараласаҡ.