Өфөлә авария хәлендәге мәктәп ябылған

Тулыраҡ: Өфөлә авария хәлендәге мәктәп ябылған

Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң, прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Өҫтәүенә, уның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янай. Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына был белем усағы балалар тауышынан гөрләп торһа, хәҙер тынлыҡ хөкөм һөрә. Яңы уҡыу йылында Өфөнөң 23-сө мәктәбе бер ай самаһы ғына эшләп өлгөргә. Уның ишектәре 8 октбярҙә прокуратура ҡарары менән ябылған. Сәбәбе — бинаның ныҡ таушалыуы. Мәктәп 1969 һәм 1957 йылдарҙа төҙөлгән ике биналарҙан тора. Авария хәлендә тип тап ошо өлөшө танылған. Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә түшәмдән һыу үтә. Ошондай шарттарҙа уҡыу баланың һаулығына ғына түгел, хатта ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Барлыҡ етешһеҙлектәр белем биреү учреждениеһының уҡыу йылына әҙерлеген тикшергәндә асыҡланған. Был кадрҙар быйыл август аҙағында төшөрөлгән. Прокуратура хеҙмәткәре беҙҙең ижади төркөмгә мәктәптәге кабинеттарҙы күрһәтә.

Асыҡланыуынса, бинаның ҡыйығы ныҡ таушалған. Шуға ямғырҙар ваҡытында һыу үтәнәнән үтә. 2016 йылда төҙөкләндереү эштәре үткәрелһә лә, мәктәп киренән элекке хәленә ҡайтҡан. Балаларының һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләрҙең һорауы буйынса прокуратура тикшереү үткәргән һәм уның һөҙөмтәһендә ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән. Талаптарҙың береһе – мәктәптә комплекслы техник экспертиза үткәреү ине. Махсус ҡоролма менән тикшереп сыҡҡандан һуң, бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Прокуратура ҡарарынан һуң, һаҡлыҡ саралары күрелгән. Етәкселек балаларҙы икенсе мәктәпкә күсергән. Хәҙер 500-гә яҡын уҡыусы 23-сө мәктәп эргәһендәге 15-се мәғариф үҙәгендә белем ала. Балалар икенсе белем усағына өйрәнгәнсе, 23-сө мәктәптә өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Реконструкция эшләп буламы-юҡмы, әллә емереп яңыны төҙөрҙәрме — уныһы әлегә билдәһеҙ.