Өфөләге Хәкимов мәсетенә ярым ай урынлаштырылды

Тулыраҡ: Өфөләге Хәкимов мәсетенә ярым ай урынлаштырылды

Өфөлә үткән халыҡ-ара сараға килгән сит ил ҡунаҡтары ла был ваҡиға шаһиты булды. Мостай Кәрим һәм Карл Маркс урамдары араһындағы Хәкимов мәсете 1908 йылда һалынған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Совет осоронда дини йорт манараһы ҡолатыла, ә бина фабрика клубы итеп үҙгәртелә. Үҙгәрештәр дәүерендә мәсет ҡайтанан мосолмандарға тапшырыла. Әле уны төҙөкләндереү бара. Тиҙҙән мәсет янында аллея барлыҡҡа киләсәк. Әлеге мәлдә майҙанда әҙерлек эштәре бара, бынан тыш, ял итеү урынын ойоштороу, эскәмйәләр, фонарҙәр ҡуйыу ҡаралған. Тарихи йөҙҙө һаҡлап ҡалыу-төп бурыс. Майҙан киләһе йәйгә әҙер буласаҡ.