3 декабрҙә Башҡортостандың яҙыусылар берлге 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Оло юбилей алдынан ҡыуаныслы хәл кисерә ойошма. Берлек урынлашҡан йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ билдәле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса уны 19-сы быуат башында билдәле сауҙагәр Поликарпов төҙөткән. Ағалы-ҡустылы Поликарповтар халыҡҡа ярма, он һатҡан. Һуңғы тапҡыр 80-се йылдарҙа ремонт үткәрелгән бинаның тышы ла, эсе лә төҙөкләндерелде. Үҙенең юбилейын яҙыусылар берлеге яҡты һәм архитектура ғына түгел, ә әҙәби яҡтан да тарихи йортта туйлай.
Яҙыусылар берлегенә 85 йыл
Тулыраҡ: Яҙыусылар берлегенә 85 йыл