Башҡортостан спортсылары Рәсәй чемпионатында призлы урынға дәғүә итә

Тулыраҡ: Башҡортостан спортсылары Рәсәй чемпионатында призлы урынға дәғүә итә

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Ҡырғыҙстандың “Һары яҙ” тип аталған тау йылғаһында йөҙөп, ҡатмарлығы буйынса алтынсы категория һынауҙы үтеп ҡайтты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йөҙөү Эверест тауына күтәрелеүгә тиң. Хәҙер республика спортсылары ошондай күрһәткес менән Рәсәй чемпионатында призлы урынға дәғүә итә. Тянь-Шандың үҙәк өлөшөнән аҡҡан “Һары яҙ” тау йылғаһы элекке СССР биләмәһендә генә түгел, ә бөтә донъяла иң ауыры һанала. Республика вәкилдәре 36 саҡрымды йәйәү һәм 102 километрҙы йөҙөп, 20 ҡатмарлы һикәлтәне үтте. Командаға 12 кеше инә, уларҙың иң олоһона 58 йәш. Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашты. Парламент спикеры уларҙың барыһына ла һынауҙы уңышлы үтеп ҡайтҡандары өсөн рәхмәт хаттары менән бүләкләне.