Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Киләһе тәүлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы был көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға, бинанан мөмкин тиклем аҙыраҡ сығырға кәңәш итә. Бөгөн республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы төндәрен һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә.
Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал
Тулыраҡ: Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал