Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмә башланыр элек хөкүмәт йорто коридорҙарында яңы кешеләр күҙгә салына ине. Әммә министр һәм вице-премьерҙар кем булыры киң йәмәғәтселеккә һуңғы минутынаса сер булып ҡалды. Хөкүмәт рәйесе вазифаһына бәйле имештәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй сыҡты.
Министрҙар кабинетын Радий Хәбиров үҙе етәкләй. Ә бына беренсе вице-премьерҙар хәҙер икәү – Илшат Тажитдинов һәм Андрей Назаров. Һуңғыһына милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм маҡсатлы программалар үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Бынан тыш хөкүмәттә хәҙер 7 вице-премьер. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова һәм Борис Беляев үҙ урындарын һаҡлап ҡалды. Яңы кешеләрҙән Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов. Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составын “үҫеш хөкүмәте” тип атаны. Хөкүмәт составы яңырыу менән бергә оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған башҡа мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү яҡшы ойошторолған төбәктәрҙә яҡын арала түләү артыуы ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Башҡортостан сүп-сар өсөн иң түбән хаҡ түләй. Әммә төбәк операторҙары бындай тарифтар менән риза түгел. Халыҡтың бурысы ла 1 миллиард һумға яҡынлашып бара.Төбәк операторҙары эште яҡшы ойошторған осраҡта ғына түләүҙе яңынан ҡарарға мөмкин тине Радий Хәбиров. Белорет, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаларында әле булһа контейнерҙар урынлаштырылмаған. Был эште дөйөм республика буйынса тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Ҡала, ауыл, ҡасабаларҙы яҡтыртыуҙа ла етешһеҙлектәр юҡ түгел. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар аукционда еңеп тә эште сифатһыҙ башҡара.
Бындай осраҡтарҙы булдырмау бурысы ҡуйылды. Был эш менән яңы ведомство – Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, раҫланған яңы хөкүмәт составында ла байтаҡ үҙгәрештәр бар. Унда хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты 4 идаралыҡ, 1 агентлыҡ һәм 1 дәүләт инспекцияһы. Һан яғынан ғына түгел составы яғынан да байтаҡ үҙгәреш кисергән хөкүмәт алдында бурыстар һәм маҡсаттар әүәлгесә. Тәү сиратта халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм ошоға йүнәлтелгән Рәсәй Президентының Май указдарын, Республика Башлығының Сентябрь күрһәтмәләрен теүәл үтәү. Радий Хәбиров был эшкә тиҙ арала ылығып китергә саҡырҙы.