Башҡортостан Тажикстан Республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығыта

Тулыраҡ: Башҡортостан Тажикстан Республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығыта

Республика башлығы Тажикстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыуҙа хеҙмәттәшлек даирәләрен тәрәнәйтеү тураһында килеште. Үткән йылда ике республика араһында тауар әйләнеше 25 процентҡа тиклем, быйыл ете айҙа — икеләтә артҡан. Тажикстанға Башҡортостандан яғыулыҡ-энергетика, химия сәнәғәте тауарҙары, көнбағыш майы һатыла. Гуманитар хеҙмәттәшлек мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә бойомға ашырыла. Республикала Тажикстандан килгән 850 студент юғары белем ала. Осрашыуҙа сауҙа-сәнәғәт һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте артабан ике яҡ өсөн дә файҙалы итеп ойоштороу йүнәлештәре билдәләнде.