Башҡортостан Парламентында Саксония-Анхальт федераль ере Ландтагы делегацияһы менән рәсми осрашыу үтте

Тулыраҡ: Башҡортостан Парламентында Саксония-Анхальт федераль ере Ландтагы делегацияһы менән рәсми осрашыу үтте

Делегация ағзаларына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан парламенты тарихы музейы, ҙур һәм дәүләт символикаһы залдарын ҡарап сыҡты. Республика парламентының эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән закондар хаҡында бәйән ителде. Германияның Саксония-Анхальт федераль ере һәм Башҡортостан артабан да ике яҡ бәйләнеште тергеҙеп, парламенттарҙың эш йүнәлештәрен өйрәнеп, тәжрибә туплауҙы маҡсат итеп ҡуя.Башҡортостан һәм Саксония-Анхальт ере араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәр күп йыллыҡ тарихҡа эйә. 1966 йылда Галле округы менән беренсе килешеү төҙөлгән һәм мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәш белгестәр, ғалимдар делегациялары менән алмашыу ойошторолған.