Үҙенсәлекле операция

Тулыраҡ: Үҙенсәлекле операция

Республика клиник онкология диспансеры тарихында тәүге тапҡыр микрохирургия реконструкцияһын ҡулланып операция үткәрелде. 62 йәшлек пациенттың телендәге һәм лимфа төйөндәрендәге яман шеш ҡырҡылып ҡына алынманы, ә телдең юҡ ителгән өлөшө тергеҙелде. Ошондай яңы мөмкинлектәр биргән яңы микроскоп “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған. Операция бүлмәһендәге пациенттың йөрәк тибеше туҡталмаһын өсөн хирургтар уның ғүмере өсөн көрәшә. 62 йәшлек ирҙең тел һәм муйынындағы лимфа төйөндәрендә яман шеш барлығы асыҡланған. Ул артабан да йәшәһен өсөн табиптарға ошо ағзаларҙың зарарланған өлөштәрен ҡырҡып ташларға кәрәк. Операция бер-нисә өлөштән тора. Уны Силәбе һәм Башҡортостан табиптарынан торған ике бригада эшләй. Беренсе бригада яман шеште юҡ итеү менән булышһа, икенсеһе ҡушар һөйәге тәңгәлендә беләктән тире киҫәген ҡырҡып ала.Өсөнсө этапта ошо тире киҫәге ҡырҡып алынған өлөшө урынына телгә ҡушып телегелә.

Микрохирургия реконструкцияһын ҡулланып эшләгән тәүге операция ике аҙна элек кенә милли проект буйынса алынған яңы ҡоролма ярҙамында үткәрелә. Ул өс-биш миллиметрлыҡ ҡына тамырҙары бер-береһенә ҡушып тегеү мөмкинлеген бирә.Быға тиклем ошондай операцияларҙа тел ҡырҡып ҡына алынған һәм пациентҡа һөйләшеүе ауырайған. Хәҙер иһә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған микроскоп ярҙамында телмәр ағзаһы тулыһынса тергеҙелә.Республика клиник онкология диспансеры табиптары яңы алымды үҙләштергәс, микрохирургия һәм пластик операцияларға дусар булғандарға хәҙер ситкә йөрөргә кәрәкмәй. Бындай ҡатмарлы операциялар 6-8 сәғәт дауам итә. Табиптар пациенттарҙың һаулығы өсөн генә түгел, ә йәшәү сифаты ла яҡшыраҡ булһын өсөн тырыша. Әйткәндәй, диспансерҙа онкология менән ауырыусыларға операциялар бушлай үткәрелә.