Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы тыйыу закон менән нығытыласаҡ

Тулыраҡ: Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы тыйыу закон менән нығытыласаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаттары яңы йыл байрамдары осоронда хәмер һатыуҙы сикләү буйынса саралар әҙерләргә йыйына. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, оҙайлы яңы йыл байрамдарында хәмер эсеп, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар, енәйәттәр һанының артыуы даими күҙәтелә. Дәүләт Йыйылышы әлеге мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә Уларҙы парламент сайтында ҡалдырырға мөмкин. Быға тиклем Республикала һуңғы ҡыңғырау һәм һабантуй уҙғарылған көндәрҙә, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә хәмер һатыу тыйылғайны. Дүшәмбе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Республика етәксеһе оҙайлы яңы йыл каникулдарына хәҙерҙән үк етди әҙерләнә башларға саҡырғайны. Ошо осорҙа янғындарҙы, енәйәтселекте кәметеү йәһәтенән спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү, халыҡтың ялын күңелле итеп үткәреү йәһәтенән Радий Фәрит улы тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны.