"Театраль Волга буйы" округ фестивале аҙағына яҡынлаша

Тулыраҡ: "Театраль Волга буйы" округ фестивале аҙағына яҡынлаша

Мәктәп уҡыусылары һәм студент коллективтары көс һынашҡан был конкурста Башҡортостан исемен Межгорье ҡалаһынан «Пауза» студияһы һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" халыҡ театры яҡлай. Еңеүселәрҙе биләдәләү өсөн ноябрҙә тауыш биреү ойоштороласаҡ. Спектаклдәрҙең видеояҙмаһын фестивалдең сайтында табып ҡарарға мөмкин. Ә Башҡортостан тамашасылары өсөн "Ҡорос" театры актерҙары тере осрашыуҙар үткәрә. "Театраль Волга буйы" округ фестивалендә еңеүгә дәғеүә итеүсе "Ҡорос" халыҡ театры актерҙары социаль приютта, мәктәптәрҙә уңышлы сығыш яһап, был юлы тамашасыһын "Родина" кинотеатры залына йыйҙы. Уларҙың тормошо һәм ижады менән Ишембай кадеттары танышты. Фестивалдә ҡоростар Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектакле менән ҡатнаша. Башҡортостандың төп федераль инспекторы Михаил Закомалдин да "Тиле йәшлек" спектаклен кадеттар менән бергә ҡараны һәм коллективҡа еңеүҙәр теләне.

Фестивалдең офоҡтары киң. Уның төбәк этабында 483 театраль коллектив ҡатнашҡан. Проектта Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров куратор булып сығыш яһай. "Пауза" студияһы һәм "Ҡорос" халыҡ театры өсөн тауыштарҙы театральноеприволжье.рф сайтында ноябрҙең беренән алып ай дауамында бирергә мөмкин. Фестивалдә ҡатнашыу менән бер рәттән "Ҡорос" коллективы яңы спектакль өҫтөндә эшләй. "Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ" тип атала ул һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Коллективта студенттар ҡоростай сыныға, үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерә һәм әүҙем тормоштары менән абитуриенттарҙы, 1-се курс студенттарын театрға йәлеп итә.Театраль Волга буйы фестивале еңеүселәре декабрҙә иғлан ителәсәк. Ә Мостай Кәримдең тормошона арналған спектаклдең премьераһы менән "Ҡорос" халыҡ театры тамашасыларын 28 октябрҙә көтә.