Һаҡ булығыҙ! Айыуҙар!

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ! Айыуҙар!

Республиканың төрлө райондарында йыртҡыс хайуандар малдарға һөжүм итә. Урман хужаһына һунар асылған. Архангел районы Ҡыҙғы ауылында айыу бер-нисә һыйырҙы йыҡҡан.Зәйтүнә Сәғитдинова үлеккә ҡарап, ҙур әсенеү, күҙ йәштәре менән малын иҫкә ала. Айыу уларҙы берҙән-бер һөтлө һыйырынан мәхрүм итә. Архангель районында айыуҙарҙың йорт йәнлектәрен талап китеүе ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Йыртҡыс ике аҙна эсендә генә 10-дан ашыу һыйырға һөжүм иткән. Кемдәрҙең малын ҡотҡарып өлгөргән, ә Сәғитдиновтарҙыҡы урынында уҡ йән биргән. Һыйыр ҡалдыҡтарына тәүгеләрҙән булып Фәнияз Ноғоманов юлыға.Йыртҡыс хайуандың ауылға ныҡлап яҡынлашыуын тәүгегә күҙәтә. Һыйырҙың үлеген йорттарҙан бер-нисә метр алыҫлыҡта, картуф баҡсаһы артында тапҡандар. Ауыл халҡын хайуандың ҙурлығы ла хафаға һала — уның алғы табанының эҙе 17 см-ға тиклем барып етә.Һыйырһыҙ тороп ҡалған хужабикә әйтеүенсә, айыуҙың яҡынлашыуына ауылдың урман зонаһында урынлашыуы, малдарҙың иректә йөрөүе лә бәлки сәбәпсе булғандыр. Ҡануниәт буйынса, мал көтөүҙә түгел икән уның өсөн хужаһы яуаплы.Урындағы халыҡ ғәҙәттә мал тыуарҙы ҡырға сығара. Иректә ҡарауһыҙ йөрөгән һыйырҙар ас айыуҙар өсөн еңел табыш. Һунарсылар йыртҡыс хайуанды атып алғансы был малдарҙың ҡураға иҫән-һау ҡайтып инеүе бөгөн дә икеле.Әлеге мәлдә йыртҡысҡа һунар итеүгә рөхсәт алынған. Урындағы һунарсылар көндөҙ ҙө, төнөн дә айыуҙы ҡарауыллай.Һунарсылар, айыуҙарҙың популяцияһын урмандарҙа йәнлектәргә аҙыҡтың әҙ булыуы менән аңлата. Ошо уҡ райондың Родинский, Уҫаҡлы, Казанка ауылдарында ла йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары теркәлгән. Быйыл йыртҡыстарҙың Кушнаренко районында килеп сығыуы ла көтөлмәгән хәл. Унда айыуҙар умарталыҡтарҙы туҙҙырған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда һоро айыуҙың ауылдарға инеү осраҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Һуңғы ваҡытта бындай ваҡиғалар Стәрлебаш, Ғафури, Шишмә, Иглин райондарына хас. Экология министрлығынан хәбәр итеүһәренсә, бында кешеләрҙең дә ғәйебе бар. Әлеге мәлдә тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнә, шуға күрә лә урманлы ерҙәрҙә йыртҡыс хайуандарҙың һөжүм итеү хәүефе бар. Әммә ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа ла ғәҙәттән тыш хәл була. Өфө урамдары буйлап бүре йөрөгән. Шаһиттар уны видеоға төшөрөп алған.