Халыҡты нимә борсой?

Тулыраҡ: Халыҡты нимә борсой?

Рәсәй халҡын тәү сиратта, элеккесә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфляция проблемалары борсой. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ошондай мәғлүмәттәр бирә. Кешеләрҙең байтаҡ өлөшө шулай уҡ халыҡтың йәшәү кимәле түбән булыуы һәм коррупцияның киң таралауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Илдең төп проблемалары тип алкоголизмды, һаулыҡ һаҡлау торошон, эшһеҙлекте атаусылар булған. Демография хәле, терроризмға хәүеф белдереүселәр ҙә бар. Фекер белешеүҙә илдең төрлө төбәктәренән бер мең ярым кеше ҡатнашҡан.