Эҙәрмәндәр Башҡортостандан һуғышҡа алынған һалдаттың кәүҙәһен тапҡан

Тулыраҡ: Эҙәрмәндәр Башҡортостандан һуғышҡа алынған һалдаттың кәүҙәһен тапҡан

Йыл hайын Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан hуғышында хәбәрhеҙ юғалған 500-гә яҡын хәрбиҙең яҙмышын асыҡлай. Яңыраҡ Калуга өлкәһендә табылған ике совет һалдатының кәүҙәләрен тикшергәндән һуң, береһе беҙҙең яҡташыбыҙ Гудков Василий Гаврил улының булыуы асыҡланды 1942 йыл. 6 йәшлек Петр, уның ике апайы һәм бер һеңлеһе аталарын һуғышҡа оҙата. Әсәһе лә, балалар ҙа һалдатты башҡа күрмәҫтәрен күҙ алдына ла килтермәй. Тик, ҡыҙғанысҡа, был хушлашыу һуңғыһы була. Атайһыҙ үткән бала саҡ йылдарын Петр Василий улы әсенеп һөйләй. Баҡсала үҫтерелгән йәшелсә һәм емеш-еләк, аҙбарҙа һыйырҙың барлығы ғына күп балалы ғаиләне аслыҡтан һаҡлай. Ә бына икмәк һәр ваҡыт наҡыҫ булды, әсәйем имән сәтләүегенән ҡабартма бешерә ине, тип хәтерләй ир уҙаманы. Бик бәләкәй булғанғамы, Петр Васильевич атаһынан хаттар килеүен иҫләмәй. Тик апаларының аҙаҡ һөйләүе буйынса ғына, әсәһенең атайҙарын һуңғы һулышына тиклем көтөүен белә. Гудков Василий Гавриловичтың ҡәбере табылыуын уға беренсе булып апаһының Мәскәү өлкәһе Серпухов ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы хәбәр итә. Тула өлкәһе эҙәрмәндәре һалдаттың кем икәнлеген уның әйберҙәренә ҡарап билдәләй. Һалдаттың түшендәге исемле медальоны уның тап Василий Гудков икәнлегендә шик ҡалдырмай. Әлегә һалдаттың ҡайҙа яңынан ерләнере билдәһеҙ. Туғандары уның 70 йыл тирәһе ерҙә ятҡан кәүҙәһен тыуған яғы – Стәрлебаш районына алып ҡайтыу тураһында хыяллана. Башҡортостан эҙәрмәндәре лә Василий Гавриловтың тыуған ерендә ерләнергә тейешлеге тураһындағы ҡарашты уртаҡлаша һәм һалдаттың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам итәргә вәғәҙәләй.