Улар мәңге сафта

Тулыраҡ: Улар мәңге сафта

Еңеү һөйөнөсөн бөгөнгөләй хәтерләгән һуғыш ветерандары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова Башҡортостанда ойошҡан 214-се уҡсылар полкының ветерандар советы рәйесе Хәсән Хөсниризалов менән осрашып шанлы йылдар хәтирәләрен яҙып алды. Хәсән Хөсниризалов үҙенең йәшен хәтерләмәһә лә шатлыҡлы хәбәрҙе Чехословакияла ҡаршылағанын, еңеүсе рухы менән тыуған яҡҡа ҡайтыу юлын бер нисә көн йәйәү атлағанын һис онотмай. Һуғыш башланған йылда Хәсән олатайға бары 18 йәш тула. Тимер юлсылар техникумында уҡыған егет үҙ теләге менән фронтҡа барырға тип хәрби комиссариатҡа бер генә тапҡыр килмәй.Элемтәсе, артиллерист – Бөйөк Ватан һуғышында Хәсән Рәхим улы төрлө һөнәр үҙләштерә. 1942 йылда Чесноковка ауылында ойошторолған 214-се уҡсылар полкы составында

Сталинград ҡурғауылында, Орлов- Курск дуғаһында, Белгород, Харьков, Полтава, Кременчуг, Александрия, Кировоград ҡалаларын, шулай уҡ Молдавияны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Беҙҙең күҙ алдынан иң ҡатмарлы, ҡурҡыныс ваҡиғалар үтте, ти фронтовик. Хәсән Рәхим улының тоғро тормош иптәше Саимә Шаймөхәмәт ҡыҙы иһә Еңеү көнөн Урта Азияла ҡаршы ала. Тыл хеҙмәтсәндәре лә Еңеү хәбәре тураһында тулҡынландырғыс хәтирәләр һаҡлай. Күкрәк тулы миҙал, нимә өсөн бирелгәне лә хәҙер хәтерҙә түгел, иң мөһиме – Еңеү яуланыҡ һәм тыныс тормошта йәшәйбеҙ, ти һуғыш ветераны.Миҙал тулы костюмын кейеп Хәсән Хөсөнризалов Еңеү көнөн йыл да Ҡыҙыл майҙанда ҡаршы ала. Бөйөк Еңеүҙең бөйөк юбилейында ла 97 йәшлек яугир-ветеран Мәскәүҙәге төп парадта ҡатнашырға әҙер.