Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Тулыраҡ: Бөгөн — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. Ул йылдарҙы кисергәндәр, хәҙерге оло быуын кешеләре репрессия һүҙенән әле булһа тетрәнә. 1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды.Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған "Хәтер китабы" баҫылды.