Республикала браконьерҙар ҡулға алынды

Тулыраҡ: Республикала браконьерҙар ҡулға алынды

Һунарсылар мышы атып алыуҙа ғәйепләнә. Тәртип боҙоусоларҙы ҙур күләмле штрафтар ҙа, иректән мәхрүм итеү ҙә ҡурҡытмай. Улар тик һунар ҡомары менән генә йәшәй. Был һунарсылар үҙ юлында инспекторҙар тап булыр тип һис тә уйламағандыр. Улар ҡурҡыштарынан тәбиғәт һаҡсыларының бөтә талаптарын да үтәргә тырыша. Аусыларҙың сәйер ҡылығына аңлатма ла бар. Һунарсыларҙың документтары шик тыуҙырмай. Ҡабан сусҡаһын аулау өсөн рөхсәт ҡағыҙы булһа ла, табышы ҡыр сусҡаһы түгел, ә мышы. Ә был ҡанунды етди боҙоу. Инспекторҙар өсөн иң ҡыйыны – кемдең беренсе булып атыуын асыҡлау.

Тик бына ҡаршылашыуҙың файҙаһы юҡ. Шуға ла һалынасаҡ 400 мең һум күләмендәге штрафты түләргә тура киләсәк. Һуңынан иһә браконьерҙарҙы полиция ҡулына тапшыралар. Инспекторҙар маҡсаты – тап енәйәтселәрҙе асыҡлау. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары бындай рейдтарҙы даими уҙғара. Тап ошондай сәфәр барышында дипломатия ҡәғиҙәләрен дә теүәл үтәргә тура килә. Һуңғы осорҙа браконьерҙар һаны ла кәмеүгә бара. Сәбәп - штраф суммаһының ҙур булыуы. Әммә, йыл башынан республикала һунарсылыҡ ҡағиҙәһен боҙоуҙаң 4 мең осрағы теркәлгән. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары өсөн әле эштең ҡыҙыу мәле. Ҡар ятыу менән урманға ауға сығасаҡ һунарсылар һаны бермә-бер арта. Шуға күрә лә, инспекторҙарға эш өҫтәлә.