Благовар районы Языков ауылында эттәр арҡаһында низағ

Тулыраҡ: Благовар районы Языков ауылында эттәр арҡаһында низағ

Урындағы халыҡ берәҙәк эттәрҙе йыйып ихатаһында аҫыраған ҡатынға ҡаршы көрәш башлаған. Күршеләре эттәр балаларға ташлана, ҡош-ҡортто тамаҡлай, тип белдерә. Ә ҡатын “кешеләр мине торлағымдан ҡыуып сығарырға маташа”, тигән фекерҙә. Гөлфиә Кулова кесе ҡыҙын ҡурҡҡан көйө тап итә. Эттәр уратып алһа, өлкәндәрҙең дә ҡото оса. Бәләкәй бала тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Сабыйҙың атаһы шунда уҡ һәнәк тотоп эттәр хужаһының йортона килеп етә. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй. Ярһыған ир ҡатындың машинаһының тәгәрмәстәрен тишеп сыға. Хәҙер, Роза йорт хайуандарына ризыҡ ташый алмай. Ә ирҙең был аҙымын ауылдаштары тулаһынса хуплай.Быуып үлтерелгән өйрәктәр өсөн аҡса менән ҡайтарырға тура килгән. Роза әйтеүенсә, кемдер юрамал ишектәрҙе асып, эттәрҙе урамға сығарып ебәрә. Ә ул үҙе һәр ваҡыт йоҙаҡҡа бикләп китә.

Ваҡиға буйынса полиция тикшереү башланы. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә был хәл тураһында хәбәрҙар. Ҡатынға эттәрен махсус урынға күсерергә лә тәҡдим иткәндәр. Әммә, Роза дүрт аяҡлы дуҫтарының ғүмерҙәре өсөн борсола.Эттәрҙең һәм бесәйҙәрҙең тауышы күптәрҙең асыуын ҡабарта. Хатта, хужабикәнең ихатаһына мылтыҡтан да атҡандар. Был осраҡ ветеринарҙар килгән ваҡытта була. Әммә, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итеп тормайҙар.Эттәрҙе ҡатын күрше ауылдағы йортҡа ла күсереп ҡарай. Тик, билдәһеҙ кешеләр тәҙрәләрҙе ватып инеп, көсөктәрҙе үлтереп китә. Шуға күрә, ул йәнлектәрҙе өйөндә аҫырауҙы хуп күрә. Өфөлә урынлашҡан “Изгелек” приюты Розаның эттәренә ризыҡ менән ярҙам итә. Ирекмәндәр һәм белгестәр йорт хайуандарына прививка эшләргә ярҙам иткән. Уларҙың һәр береһенә ҡарғы ла тағылған. Хәҙер, төрлө тоҡомло эттәргә хужа табырға ғына ҡала. Ә уға тиклем күршеләргә түҙеп торорға тура киләсәк.