Был күрһәткес буйынса әле Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, быйыл төҙөлөргә тейеш 69 социаль объекттың әлегә етеһе файҙаланыуға тапшырылған, туғыҙы октябрҙә, ҡалғандары йыл аҙағына сафҡа индереләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөләге Затон биҫтәһендә дауахана комплексы, башҡалала волейбол һәм гимнастика үҙәктәре, райондарҙа бассейндар төҙөләсәге тураһында белдерҙе.
Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә
Тулыраҡ: Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә