Башҡортостан хөкүмәтендә әле яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөү программаһы әҙерләнә. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Шуның яҡынса 1 миллиард 500 миллион һумын, төрлө программаларҙа ҡатнашып, федераль бюджеттан алырға мөмкин. Бассейндар Архангел, Баҡалы, Благовар, Балаҡатай, Дыуан, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарында, Межгорьела, Бөрөлә һәм Өфөнөң Шакша биҫтәһендә төҙөләсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2024 йылға тиклем 16 районда бассейндар төҙөләсәк, тип белдерҙе. Башҡортостанда әле 210 бассейн бар, ләкин был ғына етмәй.
Башҡортостанда яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк
Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы бассейндар һәм боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк