Өфө оҫталары Голливуд актерҙары өсөн әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары костюмдарын тегә. Тегеү цехы – ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Бында тегенселәр береһенән-береһе ҡупшыраҡ йәнһүрәт геройҙары костюмдарын тегә. Тәжрибәле дизайнер Әлфиә Алексеева цех асылғандан алып эшләй. Персонаждарҙы килештереп тегеү өсөн, тәү сиратта, улар ҡатнашлығындағы йәнһүрәттәрҙе ҡарап сығыу мотлаҡ, ти оҫта.Әкиәт геройҙары өсөн костюм теккәндә иң ауыры – башлыҡты килештереү. Ул тамам һәм уңайлы булырға тейеш.Ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле эште Эльвира туғыҙ йыл элек башлап ебәрә.
Әлбиттә, ошо осорҙа төрлө ҡатмарлыҡтар булды, шулай ҙа үҙеңә ышаныу, яҡындарыңдың ярҙамын тойоу алға барырға һәм маҡсатҡа ирешергә ярҙам итте, ти ханым. Эшлекле хужабикәнең уң ҡулы — тормош иптәше Салауат. Өлкән кешеләргә яраҡлы, кескәйҙәр мөккибән китеп ҡараған йәнһүрәт геройҙарының кейемдәрен тегә башлау ҙа тап уның идеяһы була. Ҡасандыр ошондай костюмдарҙы кейеп балалар алдында сығыш яһаған Эльвира, хәҙер үҙе ошо эш менән мәшғүл. Аниматорҙар өсөн кейем тегә башлауҙың тағы бер сәбәбе – сағыу төҫтәге кейемдәрҙең кәрәкле размерҙарын таба алмау. Хәҙер иһә Солтаншиндарҙың костюмдары иллегә яҡын, улар араһынан йәнең теләгәнен һайлап алыу мөмкинселеге бар. Әле иң популяр костюмдар араһында, балалар яратып ҡараған „Сказочный патруль„ йәнһүрәтенән – Алена персонажы.... бындай костюмды тегеү өсөн алты кешенең .... һәм кәмендә биш көн талап ителә.