Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле ноябрь өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәр ваҡытынан алда – 1 ноябрҙән таратыла башлай

Тулыраҡ: Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле ноябрь өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәр ваҡытынан алда – 1 ноябрҙән таратыла башлай

Был хаҡта Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһеннән хәбәр итәләр.

Байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия таратыу көндәре октябрь пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән. 5 ноябрҙән иһә ғәҙәти график буйынса таратыла. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 ноябрҙән башлап күсерелә. Ноябрҙә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 18 миллиард һумға еткән.