Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы янында ойошторолған йәмәғәт советының тәүге ултырышында ҡатнашыусылар тап ошондай саҡырыу менән сығыш яһаны. Былтырғы менән сағыштырғанда быйылғы ун айҙа һыуҙа батып үлгән балалар һаны берәүгә артҡан. Ултырышта күтәрелгән мәсьәләләр тәү сиратта һыу буйында балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырыуға бәйле саралар күреү тураһында ине.
Май указдарында Рәсәй Президенты Владимир Путин һәр төбәктә “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” ведомство-ара программалар булдырырға ҡушты. Программа сиктәрендә муниципалитеттарҙа бассейндар төҙөү, төҙөкләндереү һәм балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү күҙаллана. Ҡыҙғанысҡа күрә, йөҙөүҙе һәр мәктәптең уҡыу программаһына индереү мөмкин түгел. Йәмәғәт советы ағзалары йөҙөргә өйрәтеү фкункцияһын йәйге ял лагерҙары ла үтәргә тейеш тигән фекерҙә.
"Йөҙөргә өйрән" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә республикала быйыл 6450 дәрес үткәрелгән һәм унда 130 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Әммә ҡыҫҡа ваҡытҡа тәғәйенләнгән бындай сараларҙың һөҙөмтәһе лә ҙур түгел. Республикаға даими эшләгән программа кәрәк. Аңлатыу эштәре лә туҡтауһыҙ алып барылһа, бәлә-ҡаза осраҡтары кәмейәсәк, тип һанай йәмәғәт советы ағзалары һәм өлкәндәрҙе, ата-әсәләрҙе лә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә саҡыра. 2013 йылдан һыу ятҡылыҡтарында һәләк булған кешеләр һаны кәмей килә. Шулай ҙа киләһе һандар уйға һала. 1 ғинуарҙан алып һыу буйҙарында 62 фажиғә теркәлгән, һөҙөмтәлә 58 кешенең ғүмере өҙөлгән, шуның 7-һе — бәлиғ булмағандар. Ҡазаның төп сәбәбе — рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү. Ҡазаға осраусыларҙың 83 процентының иҫерек хәлдә булыуы ҡот осҡос. Ә балаларҙың үлеменә башлыса ҡарауһыҙ ҡалыу, йөҙә белмәү сәбәпсе. Ҡышҡы хәүефһеҙлек та һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында. Республикала барыһы рөхсәт ителгән 4 боҙ аша сығыу юлы бар. Үткән ҡышта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 3 рөхсәтһеҙ эшләгән боҙ аша сығыу юлы ябылды. Ҡышҡы балыҡ тотоу урындары ла һәр ваҡыт контролдә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы янында ойошторолған йәмәғәт советы ағзалары фекеренсә, алда әйтелгән күрһәткестәрҙең кәмеүе өсөн ойошҡанлы эшләү фарыз.
Йәмәғәт советының киләһе ултырышы ноябрь аҙағына тәғәйенләнгән. Киләсәктә унда Башҡортостан халҡының ғүмеренә хәүеф менән янаған барлыҡ осраҡтар ҙа тикшерелә һәм уларҙы булдырмау юлдары эҙләнәсәк.