Рамаҙан Йәнбәков арабыҙҙан китте

Тулыраҡ: Рамаҙан Йәнбәков арабыҙҙан китте

Республика йыр сәнғәтендә Рамаҙан Фәтхулла улының исеме күптән билдәле.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1957-1959 йылдарҙа радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитет хорында солист була. Йырсы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, концерт бригадаһына етәкселек итә. Ул халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу яулай. Уның репертуарындағы “Сибай”, “Уйыл”, Ильяс”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары, оло хазина булып ҡалды.