Өфө балалар сәнғәт мәктәбе йәнә “Рәсәйҙә балаларға өҫтәлмә белем биреү буйынса иң яҡшы йөҙ ойошма” бәйгеһендә еңеү яуланы

Тулыраҡ: Өфө балалар сәнғәт мәктәбе йәнә “Рәсәйҙә балаларға өҫтәлмә белем биреү буйынса иң яҡшы йөҙ ойошма” бәйгеһендә еңеү яуланы

Был юғары исемде уҡыу йорто өсөнсө тапҡыр яҡлай.

Сәнғәт мәктәбе 1977 йылда республикала һәм баш ҡалала бер нисә мәктәпте ҡушыу юлы менән барлыҡҡа килгән тәүге уҡыу йорто. Унда музыка-хор, ҡыллы, ҡаҡма, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары, фортепиано, хореография, һынлы сәнғәт бүлектәре эшләй. Мәктәптең үҙ китапханаһы, ике концерт һәм бер күргәҙмә залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, бейеү класы, костюмдар тегеү, әүәләү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаханалары бар.