Заманса технологиялар - кеше һаулығы һағында

Тулыраҡ: Заманса технологиялар - кеше һаулығы һағында

Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына сиктәрендә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙың һөҙөмтәлелеген үҙәк пациенттары үҙҙәрендә һынап та ҡараған. Пингвин ролендә 56 йәшлек Рәвил Ғәлимов. Уға юлында осраған балыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк тоторға кәрәк. Аяҡ аҫтындағы педальдәр ярҙамында хәрәкәт һәм боролоштарға йүнәлеш бирелә. Ошолай уйын формаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә инсульт кисергән кешеләр реабилитация үтә. КОБС системаһы тип аталған ҡорамал координация, баланс һәм терәк-хәрәкәт апаратының көсөн билдәләй. Тренажер ярҙамында хәрәкәт координацияһы боҙолған пациенттарҙы дөрөҫ итеп баҫып торорға, йөрөргә, ауырлыҡты бер аяҡтан икенсеһенә күсереп баланс тоторға өйрәтәләр.

Ҡулдары күтәрелмәгән пациенттар менән дә быға тиклем табиптар үҙҙәре генә эшләгән. Хәҙер иһә Атромот тип аталған ҡоролма автомат рәүештә, иңбаш быуынын хәркәткә килтерә. Вәсилә Булатова ҡул көсөнөң тергеҙелеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡатын октябрь башында ғына инсульт кисергән. Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең реабилитация бүлегендә Вәсилә Булатова көн һайын процедураларға йөрөй. Ыңғай үҙгәрештәр өсөнсө көнгә үк күренә башланы, ти ул. Виртуаль ысынбарлыҡты хәтерләткән тренажер ваҡ моториканы үҫтерә.Тәү ҡарауға был ҡоролма ябай ғына велотренажер һымаҡ күренә. Әммә хәрәкәттәр ауыр бирелгән пациенттарға арҡаһын терәр өсөн ултырғыс урынына кресло ҡуйылған. Һәм бында аяҡ ҡына түгел, ҡул менән дә эшләргә кәрәк.

Өҫтәүенә, бөтә күрһәткестәр мониторҙа яҙылып бара. Бында кешеләр яңынан атларға ла өйрәнә. Вертикализатор үҙ аллы йөрөмәгән кешеләргә тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә. Быға тиклем дауаханала аналогтары булмаған был медицина ҡоролмалары "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" программаһы буйынса ҡайтарылған. Ә программа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Йыл һайын реабилитация үҙәгендә ике меңдән ашыу пациент дауалана. Яңы йыһаздар һис шикһеҙ уларҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" программаһы сиктәрендә бөтәһе 2 миллиард 400 миллион һумға дауаханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш.