Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә “Таш йылға” барлыҡҡа киләсәк

Тулыраҡ: Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә “Таш йылға” барлыҡҡа киләсәк

Был эшсе атамалы паркты төҙөкләндереү Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл сентябрь айында башланды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре эре үҫентеләрҙе епшек ҡарлы һыуыҡ көндә юҡҡа ғына ултыртмай. Эре ағастар яҙын йоҡонан арынып үҫергә әҙер буласаҡ. Биләмәне парк итер өсөн оҙайлы әҙерлек эштәре башҡарылған. Төҙөлөш сүп-сары тулы йырын урыны тигеҙләнгән, һуҡмаҡтар һалынған, ҡарағай ағастарының эре үҫентеләре ултыртылған. Тәбиғи ағастар ҙа һаҡланған. Сиратта аҡ шыршылар. Әлеге ваҡытта биләмәлә әҙерлек эштәренең икенсе өлөшө тамамлана. Ер туңғансы ағастарҙы ултыртыу дауам итәсәк. Йәмғеһе Көньяҡ паркында 200 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу көтөлә. Йәшелләндереү планы буйынса паркка тиңдәр юҡ. Биләмә тирәләй үҫеп сыҡҡан өс яңы торлаҡ биҫтәһен иҫәпкә алып майҙанды өс өлөшкә бүлеү, үҫемлектәр зонаһын йәнә өс кимәлгә айырыу күҙ уңында тотола.

Бында йүкә, ҡайын, миләш, артыш, гөлйемеш үҫентеләре һәм сәскә түтәлдәре буласаҡ. Парк урындағы халыҡтың теләген иҫәпкә алып ҡоролған. Көнъяҡ микрорайонында 70 меңгә яҡын кеше йәшәй. Әлегә тиклем бында күмәк ял урыны булғаны юҡ. Быйыл яҙ уйҙа ғына барлыҡҡа килгән күркәм ял майҙанын төҙөүселәр киләһе йылдың көҙөнә файҙаланыуға тапшырыу йөкләмәһен алған. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 150 миллион һум. Парк ҡороу торлаҡ биҫтәһен тотош төҙөкләндереү маҡсатын ғәмәлгә ашыра. Эшсе атамаһы “Таш йылға” булыуына ҡарамаҫтан ул урындағы халыҡ өсөн йылы аралашыу урынына әүерелер, йәшәгән биләмәһенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләр, хәүефһеҙ, күркәс күмәк ял майҙаны булыр, тигән өмөт бар.