Уларҙың маҡсаты кешеләргә шатлыҡ өләшеү

Тулыраҡ: Уларҙың маҡсаты кешеләргә шатлыҡ өләшеү

Өфөлә йәш ирекмән рәссамдар күп ҡатлы йорттар подъездарын тәртипкә килтерә. Улар төркөмөндә әле ни бары 15 кеше. Өфөнөң художество – сәнәғәт коледжында белем алған был йәштәр республиканың бөтә район-ҡалаларында барған етди үҙгәрештәр – “Подъездарҙы төҙөкләндереү” программаһына үҙ өлөшөн индереүе тураһында ныҡлап уйламайҙа. Уларҙы иң ҡыуандырғаны – һүрәт төшөрөү өсөн рәсем дәфтәренең ҡағыҙ бите түгел, ә тотош подъезд булыуында. Студенттарҙы был эшкә йәлеп итеү ауырға тура килмәгән. Колледжда белем алыусылар бер юлы ике ҡуянды атып аласаҡ.

Буласаҡ рәссамдәргә диуарҙарға һүрәт төшөрөү өсөн бер ни тиклем аҡса ла түләнә. Сөнки, студент өсөн ун һум да аҡса. Икенсенән иһә, был проектҡа ҡушылған ирекмәндәргә айырым фәндән имтиханға “бишле” билдәһе ҡуйыла. Уларҙың остаздары ошоно вәғәҙәләй. Ирекмәндәрҙең ижады менән фатир хужалары ла ҡәнәғәт. Йәштәр ҙә, хатта өлкәндәр ҙә һоҡланыуын йәшермәй. Күрер күҙгә дауа, ти күргәҙмә һүрәттәренә тиң эштәр менән хушһынғандар. Ҡылҡәләм оҫталарының тағы бер сере бар. Уларҙың подьезд ижады артабан Өфө кимәлендәге ярышҡа алынасаҡ. Шуға ла студенттар был подьездың ҡайһы урамда, ниндәй йортта икәнлеген атамаҫҡа үтенә. Дәғүәселәр килеп, рәсем эскиздарына “айыу майы” һөртмәһен өсөн. Өфөләге был подьезд ваҡыт тәгәрмәсен хәтерләтә. Алтын көҙҙән һандуғслы яҙға. Ә тышта иһә әле ҡар. Тәүге ҡарҙан әүәләгән ҡыш бабай ҡулында иһә көҙҙөң һуңғы сәскәһе.