Рәсәйҙең 2019 йыл директоры

Тулыраҡ: Рәсәйҙең 2019 йыл директоры

Илдең 100 һөнәри белем биреү йорттары араһында иң яҡшыһы Өфөлә, ә күп йүнәлешле колледжды етәкләгән Сынтимер Баязитов Рәсәйҙең 2019 йыл директоры, тип танылды. Һөнәри белем биреүҙең халыҡ-ара форумы Санкт-Петербургта 25-28 октябрҙә үтте. Илдә һөнәри белем биреүҙең алдынғы йүнәлештәренә арналған 15-се Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә Өфөнөң күп йүнәлешле колледжында тупланған тәжрибә юғары баһа алды һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һөнәри уҡыу йорттары бәйгеһенең дипломы менән алтын миҙалын яуланы. Колледждың директоры Сынтимер Баязитов “2019 йыл директоры” тигән маҡтау билдәһе менән бүләкләнде.