Республиканың төрлө райондарынан , күрше төбәктәрҙән 70-кә яҡын үҫмерҙәр Өфө эргәһендәге лагерҙарҙың береһендә ял менән бер рәттән косманавтика серҙәрен өйрәнә. Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе 8-се йыл йәй көндәре ойошторолһа, быйыл беренсе тапҡыр көҙгө каникулда авиация, техника, йыһан йүнәлешендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусы һәм студенттарҙы ҡабул итте. Аэрокосмик мәктәбенең тоғро дуҫы, яҡташыбыҙ, СССР-ҙың һынаусы-космонавты Урал Солтанов менән осрашыу ҙа үтте. Хәбәрсе. Ысын самолеттарҙың осоуын күҙәтеү үҫмер егет-ҡыҙҙар өсөн оло мәртәбә. Аэрокосмик мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр лагерҙың футбол яланында авиа-шоуҙы күҙәтте. Һәр үҫмерҙең хыялы – ҙур йыһанға сығыу, ә бының өсөн космонавтиканы ентекле өйрәнеү зарур.
Йола буйынса күккә ысын ракеталар осоралар. Улар, әлбиттә, бәләкәй генә, әммә тәрбиәләнеүселәр үҙ ҡулдары менән эшләгән. Ә бына халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбендә икенсе йыл ял иткән Илдар Батталовҡа быйыл был ракеталарҙы үҙенә осорорға мөмкинселек бирелде. Әйткәндәй, егет ошо йүнәлеш буйынса халыҡ-ара ярыштарына әҙерләнә. Үҫмерҙәрҙең ялы фәһемле үтә. Аэрокосмик мәктәбендә улар киң мәғлүмәт туплай. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов менән әңгәмәләшкәндә генә егет-ҡыҙҙар әллә күпме һорауҙар бирҙе. Күптәрен йыһан станцияһындағы тормош ҡыҙыҡһындырҙы. Ерҙән 30 км юғарылҡта, атмосфераның юғары ҡатламында кейергә тәғәйен костюмдарҙы һәр кемгә яҡындан ҡарарға форсат булды. Ҡайһы берҙәре кейеп тә ҡараны. Әйткәндәй, беренсе космонавтар тап ошондай шлемдарҙа асыҡ космосҡа сыҡҡан. Аэрокосмик мәктәбе ҡатнашыусылары менән халыҡ-ара йыһан станцияһындағы видеобәйләнеш ойошторолдо. Космонавтар алдан әҙерләгән һорауҙарға яуап бирҙе, орбитала башҡарған эштәре һәм тәжрибәләре менән бүлеште. Рәсәй космонавтары Александр Скворцов һәм Олег Скрипочка ла бер нисә йыл элек халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбендә үҫмерҙәр менән осрашҡан.
Орбитаны иңләүселәр Башҡортостандың тәбиғәте менән һоҡлана һәм космонавтар республиканың йыш ҡунаҡтары, Красноусол шифаханаһында ял итәләр, ә башҡорт балы махсус һыҡма һауыттарға тултырылып йыһанға ебәрелә. 2012 йылда тап Башҡортостанға килгән космонавтар балалар өсөн аэрокосмик мәктәп асырға тәҡдим итә. Уҡыусылар һәм студенттарға Авиатөҙөлөштә нанотехнология, телескоп төҙөлөшө, ракета двигателе, Башҡортостандың авиация һәм космонавтика үҫешенә йоғонтоһо хаҡында Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары, ғалимдары бәйән итә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар үҙҙәренең фәнни эштәрен дә яҡлаясаҡ. Оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, ижади бәйгеләр ойошторола. Аэороксмик мәктәп тәрбиәләнеүселәрен көн һайын фәһемле осрашыуҙар көтә. 2 ноябрҙә иһә СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Александр Муравьев бай тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.