Оло Яр урамында сыҡҡан утта ҡаза күреүселәр әлегә резерв фондтағы фатирҙарға урынлаштырылған. Ул арала янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре шәхси йорттарҙа рейдтар үткәрә башланы. Көҙгө һалҡындар менән күптәр йылытыу ҡоролмаларын да ҡуллана башлай. Ошо сәбәпле янғындар арта. Бындай рейдтар барышында һәр йорт хужаһы менән тиерлек инспекторҙар күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшә, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Өфөнөң Ленин районындағы янғын 19 кешене торлаҡһыҙ ҡалдырҙы
Тулыраҡ: Өфөнөң Ленин районындағы янғын 19 кешене торлаҡһыҙ ҡалдырҙы