Өфө мәктәптәрендә ата-әсәләр йыйылыштары үтәсәк

Тулыраҡ: Өфө мәктәптәрендә ата-әсәләр йыйылыштары үтәсәк

11 йәшлек баланың үле кәүҙәһе табылғас, башҡаланың йәмәғәт именлеге үҙәге ошондай ҡарарға килгән.Бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булырға тейеш түгел. Енәйәт ҡылыусы ҡулға алынасаҡ һәм тейешле язаһын аласаҡ тигән үҙәк етәксеһе Александр Овчинников. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ата әсәләр балаларына таныш булмаған кешеләр менән үҙеңде нисек тоторға өйрәтергә тейеш. Үҙәк шулай уҡ гараждарҙы ла тикшерәсәк. 96-сы лицейҙа уҡыған балаларҙың күбеһе көн дә ошо һуҡмаҡтан дәрескә бара. Бары бөгөн ата-әсә балаһын мәктәп ишектәренә тиклем оҙатып ҡуя. 11 йәшлек бала юғалыуы хаҡында белдереү 21-се сентябрҙә көндөҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарында теркәлә. Ҡыҙҙы әсәһе юл аша сығарып ҡуйған, мәктәпкә артабан бала яңғыҙы атлаған. Өфө-Арена бинаһындағы күҙәтеү камералары иртәнге 7 сәғәт 14 минутта уның үтеп барғанын төшөрөп алған. Баланың дәрестәргә килмәгәне төшкә генә асыҡлана. Баланың кәүҙәһе кискә гараждар араһында табылған. Виолеттаның кәүҙәһе табылған урында шәм ҡабыҙылған. Миһырбанлы кешеләр балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә ата-әсә, уҡытыусылар, йәмәғәтселек иғтибарын, ә балаларҙы мыҫҡыллаусы енәйәселәргә иң ҡаты яза ҡулланыуҙы талап итә. Балалар учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим мәсьәлә. Хәҙер мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында даими күҙәтеү алып барыла, был биналарға махсус асҡыс ярҙамында ғына инергә мөмкин, көтөлмәгән хәл осрағына хәүеф нөктәләре урынлаштырылған. Әммә бәлә аяҡ аҫтында тигән халыҡ һүҙе хаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланы бар осраҡтарҙан да ҡурсалау ысулы табылмай. Өфөлә мәктәп юлында уҡыусыны язалап үлтереү фажиғәһе тәүге тапҡыр. Ҡурҡыныс хәл көпә-көндөҙ ҡала үҙәгендә мәктәп юлында теркәлгән. Тәртип һаҡлау органдары был хәлде асыҡлау өсөн бар тырышлығын һалырға тейеш. Башҡортостандың тәфтиш комитеты менән Эске эштәр министрлығы етәкселеге хәлде шәхси контролгә алған. Әлеге ваҡытта республика тәфтиш комитетында бәләкәй баланы үлтереү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ата-әсәләрҙең паникаға бирелмәүен үтенә.