Бер – береһен закон боҙоуҙа ғәйепләүселәр араһындағы ығы – зығыны хәл итеү өсөн утыҙ тапҡырҙан ашыу суд ултырышы үткән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан алынған был яҙма ике күрше араһындағы талаш утына тағы ла кәрәсин өҫтәй. Яҙманан күренеүенсә, Людмила Ғәйфуллина күрше йорт тәҙрәләрен таш бәреп вата. Пантюхиндар уларҙы шулай уҡ мунсаларына ла ут төртөүҙә ғәйепләй. Дмитрий Донской урамындағы ике хужа араһындағы талаш –тартышҡа күршеләре лә өйрәнеп бөткән. Пантюхиндар үҙ бәләһен йәшермәй. Ғәйфуллиндар иһә киреһенсә, килеп тыуған хәлгә аныҡлыҡ индереүҙән баш тартып, татыулашырға килгән күршеләренә ишек түгел, ә ҡапҡаһын да асмай. Пантюхиндар һәм Ғәйфуллиндарҙың үҙ-ара судлашыуы, дәғүәләшеүе тәртип һаҡсыларына ла яҡшы таныш. Тиҫтә йылдарға һуҙылған талаш Ғәйфуллиндарҙың ут күршеһе – Александр Пантюхиндың инфаркт кисереүенә лә алып килгән. Оҙаҡ йылдар тәртип һаҡлау органдарында эшләгән Александр Федорович хәҙер яҡындарының ғүмере өсөн дә ҡурҡа. Ике күрше араһындағы талаштың төп сәбәбе – Ғәйфуллиндар төҙөгән йортта. Улар үҙ өйөн Пантюхиндарҙың йәшәгән торлаҡҡа яҡын итеп күтәрә. Асыҡланыуынса, Ғәйфуллиндар был йортҡа законһыҙ нигеҙ һалған. Хәҙер улар үҙ торлағын тулыһынса һүтергә тейеш. Ошо турала суд приставтары сығарған ҡарар ҙа бар. Күрше хаҡы тәңре хаҡы, тигән мәҡәл хәҙер күрше хаҡы дошман хаҡына тиң тигән әйтемгә әйләнгән. Пантюхиндар һәм Ғәйфуллиндар араһындағы талаштың ҡасан туҡталырына бер кем дә яуап бирә алмай.
Өфөләге Затон биҫтәһендә йәшәүсе күршеләр ер бүлешә
Тулыраҡ: Өфөләге Затон биҫтәһендә йәшәүсе күршеләр ер бүлешә