Сабыйға ярҙам талап ителә

Тулыраҡ: Сабыйға ярҙам талап ителә

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, „Русфонд„ хәйриә фонды һәм „Комсомольская правда„ гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. 2013-сө йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 42 бала 9 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Шафран ҡасабаһында йәшәүсе 5 йәшлек Данил Ғәлиев шулар рәтендә. Биш йәшлек Данил күп балалы ғаиләлә бишенсе сабый. Ул тыумыштан атламай. Малайға церебраль фалиж тигән диагноз ҡуйылған. Ата-әсәһе ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Тик алты сабый үҫтергән ғаиләгә Данилды аяҡҡа баҫтырыр өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Данил туғандары менән уйнарға, шиғыр, әкиәт һөйләргә ярата. Әсә кешегә йортта Данилды ҡарарға, кәрәкле прцедураларҙы башҡарырға тура килә. Ғаиләгә туғандары ла ярҙам итә. Ғимаевтар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәргә, балаларын йән-яҡтан үҫештерергә тырыша. Икенсе класта белем алыусы Арыҫлан апаһы менән бергә фортепиано ла уйнау серҙәренә төшөнә. Данил да киләсәктә туғандары кеүек үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөргә, мәктәптә яҡшы уҡырға хыяллана. Әле иһә бала көнөнә бер сәғәтләп булһа ла кәүҙәне төҙ тоторға, аяҡта баҫып торорға ярҙам итеүсе ҡоролмала шөғөлләнә. Баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн дауалауға 200 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Ата-әсәнең яҡын арала был сумманы йыйыу мөмкинселеге юҡ. Данилдың сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Бының өсөн латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин, әгәр телефон операторҙары һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Данилдың яҙмышын үҙгәртер, үҙ аяҡтарында йүгереп китергә ярҙам итер.